Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

Йәшә, һөйөклө Юлдашым!

2 июлдә Ялан Бөрйәне ырыуына ҡараған Фёдоровка районындағы Юлдаш ауылының 200 йыллығын байрам итеү тантанаһы үткәрелде. Байрам ауыл ҡаршыһындағы  тирә-яғы шау ялан сәскәле баҫыу майҙанында үтте. Сара Ғәйфулла хажиҙың доға ҡылып фатихаһын алғас, ҡунаҡтарҙың ҡотлауҙары менән башланып китте. Ауыл тарихы, кешеләре тураһында  яҙылған”Юлдашымда ята юл башы” һәм “Юрматы ерендә ике быуат” тигән китаптарҙың исем туйы үтте, улар менән китаптарҙы   яҙыусылар Миңниса Баһуманова һәм Әғләм Алибаевтар таныштырып үттеләр. Танылған драматург Хәмит Ирғәлин ауылдың боронғо тарихы тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Ауылыбыҙҙың” Ағинәйҙәр “,” Гөлнәзирә “, ир-егеттәрҙең” Юлдаш” ансамблдәре, мәктәп уҡыусылары тарафынан ҡуйылған сағыу, матур концерт яҡташтарыбыҙҙың күңеленә бик хуш килде. Сығышы менән беҙҙең Ялан Бөрйән ырыуы вәкилдәре булған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ- Көйөргәҙе районының Яҡут һәм Таймаҫ ауылдарынан килгән ижади коллективтар байрамға йәм, биҙәк өҫтәнеләр. Ситтә йәшәгән ауылдаштар бик күп ҡайтҡайны ауыл байрамына. Күптәр үҙенең уҡып бөткәндән бирле 30-40 йыллап күрмәгән класташтарын осратып шатланһа, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәгән туғандарын табып ҡыуанды. Ошондай осрашыуҙар араларҙы яҡынайтыуға, туғанлыҡ ептәрен нығытыуға булышлыҡ итә тип, киләсәктә лә осрашып торайыҡ тигән теләктә таралышты ауылдаштар.