Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

Беҙ сәләмәтлек яҡлы!

Хөрмәтле ағинәйҙәр! Һеҙҙе ошо әүҙемлек, дәрт, рухығыҙ ташламаһын тип теләп, һеҙгә сикһеҙ һоҡланыуымды , рәхмәтемде еткерәм. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы асылын тергеҙеүегеҙҙе маҡсат итеп, Ағинәй тигән оло вазифаны иңдәрегеҙгә алып, уны лайыҡлы йөкмәп алып бараһығыҙ, афариндар! Мәҙәниәт өлкәһендә лә Ағинәйҙәр алғы сафта баралар.Быйылғы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни рухи мираҫ йылында Ағинәйҙәребеҙ дәррәү эшкә тотондолар, балаларға онотолоп барған боронғо кәсептәрҙе – алъяпҡыс сигеү, балаҫ һуғыу ,кейеҙ баҫыу серҙәрен өйрәттек.
7 апрель бөтә донъя сәләмәтлек көнө. Хәрәкәттә – бәрәкәт тиҙәр, Ағинәйҙәребеҙ ҙә ситтә ҡалманылар был саранан – Йәмрек тауына скандинав йөрөшө менән менделәр. Гармун моңдары аҫтында борондан ҡалған уйындар уйнап,”Наза” ,”Круг” бейеүҙәрен бейеп ,сәй эсеп,көс, ҡәүәт,рух алып ҡайттыҡ тәбиғәт ҡосағынан. Сәләмәтлектән Хоҙай айырмаһын!