Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

“Ағинәйҙәр – милләт ҡото”

2022се йыл башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип билдәләнде.Шул айҡанлы район күләмендә ағинәйҙәр менән “Күлдәк ҡотлау” тигән байрам үткәрҙек.Клуб эсе йәйғор төҫөн хәтерләтә ине-сағыу, матур ҡораманан ,бәйләнгән,сигелгән әйберҙәр, ағинәйҙәрҙең ҡул эштәре менән биҙәлгән. Ҡунаҡтарҙы йыр- моң менән ҡаршы алдыҡ. Ағинәйҙәребеҙ мөнәжәт әйтеп, йырҙар йырлап,шәл бәйләү йолаһын күрһәттеләр .Районыбыҙ ағинәйҙәре етәксеһе Минсара Иҫәнғолова байрам менән ҡотлап үтте.Оло Сытырман, Бала Сытырман, Һәйет,Яуыш ағинәйҙәре буш ҡул менән килмәгән – йыр-моңдарын ,күстәнәстәрен алып килгәндәр.Байрамыбыҙҙы район күләмендә генә түгел, республика күләменә тиң тип, киләсәктә лә араларҙы өҙмәҫкә, осрашып, төрлө саралар үткәрергә килешеп, көс, рух алып, рәхмәттәрен әйтеп, күңелдәре булып ҡайтып киттеләр.