Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

“Ватан геройҙары элек һәм хәҙер”

#ДеньгероевОтечества#ZаНаших #Своихнебросаем#Юлдашауылыклубы#Юлдашайыҡауыл
Бөгөн илебеҙ Ватан Геройҙары көнөн билдәләй. Был өр-яңы иҫтәлекле даталарҙың береһе календарҙа 2007 йылдың 28 февралендә, ул саҡтағы РФ Президенты Владимир Путин ярашлы федераль законға ҡул ҡуйғандан һуң, барлыҡҡа килде, һәм шул ваҡыттан алып “Рәсәйҙең Хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында”ғы Федераль законда билдәләнә. Иҫтәлекле дата сифатында 9 декабрь шуның өсөн һайлана: тап ошо көндө (иҫке стиль буйынса 26 ноябрь) 1769 йылда император Екатерина II Еңеүсе Изге Георгий орденын булдыра, уның менән яуҙа ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән яугирҙарҙы наградлайҙар. 1917 йылға тиклем был көндө Рәсәйҙә Георгий кавалерҙары байрамы билдәләнә. Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.
Беҙҙең райондан 8 Советтар Союзы Геройы, 2 Хәрби Дан орденының тулы кавалеры, 1 Социалистик Хеҙмәт Геройы, 1 Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры сыҡҡан. Бөгөн ауыл библиотекаһы менән берлектә “Ватан геройҙары элек һәм хәҙер” тип аталған мәғлүмәт сәғәте үткәрелде. Уҡыусыларға Рәсәй дәүләтенең төрлө дәүерҙәге геройҙары һәм әлеге ваҡыттағы махсус хәрби операцияла ҡатнашып Рәсәй Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт еткерелде.
Көндәлек тормошта ла башҡалар ғүмерен ҡотҡарып Герой тигән исемгә лайыҡ кешеләр күп. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, бергә йәшәйек, тыуған Башҡортостаныбыҙҙы данлайыҡ.