Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

Балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе.

Балаҫ һуғыу – башҡорт халҡының борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнө, кәзә мамығы һәм ҡылы, дөйә йөнө, ат ҡойроғо, шулай уҡ киндер менән кесерткән – һәр төрлө еп итеп эшкәртерлек тәбиғи материал ҡулланылған. Ул бөтә Башҡортостанда киң таралған булған. Заманалар үҙгәреү арҡаһында онотола башлаған был кәсеп һуңғы йылдарҙа үҙенең икенсе йәшлеген кисерә. Күп ерҙәрҙә оҫталар балаҫ һуғыуҙы тергеҙеп, күҙҙең яуын алырлыҡ ижад өлгөләре тыуҙыра башланылар. Ағинәйҙәребеҙҙең береһе Уразбаева Зөһрә Шәфҡәт ҡыҙы шундайҙарҙың береһе. Зөһрә Шәфҡәт ҡыҙы ауыл клубында мәктәп уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе,балаларға үҙе эшләгән станокта балаҫ һуғыу, биҙәктәр һалыу нескәлектәрен өйрәтте.