Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

День святого Валентина в Юлдашевском СК

Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…
Нимә һуң ул мөхәббәт? Был һорау күптәрҙе борсой, уйландыра һәм һәр кеше уға үҙенсә яуап бирә. Мөхәббәт ул-һөйөү, яратыу. Мөхәббәт – кешеләр күңеленә үтеп кереп, туң йөрәктәрҙе лә иретерлек бөйөк көс ул. Ул мәңгелек. Был бөйөк көс донъяға кеше менән бергә тыуған, кеше менән бергә үләсәк. Кеше йәшәһә генә мөхәббәт йәшәйәсәк! Әйҙәгеҙ, һаҡлайыҡ, йәшәтәйек кешелек донъяһын! Йәшәһен уның менән бергә мөхәббәт!
Мөхәббәт ул үҙе иҫке нәмә,
Ләкин һәр бер йөрәк уны яңырта,
Тиле йәшлек ярты ғүмерен бирә
Уның хисе менән янырға..
Юлдаш ауылы клубында уҡыусылар өсөн Ғашиҡтар көнөнә арналған кисә үтте. Уҡыусылар был байрамдың килеп сығыу тарихы менән таныштылар, командаларға бүленеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып , күңел астылар.