Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

Мастер класс – валяние шерсти

Ауыл мәзәниәт йортонда тағы ла бер сара үтеп китте. Уны Зилә Лира ойошторҙо. Халҡыбыҙҙың онотолоп барған бер кәсебе – кейеҙ баҫыу йолаһын бушлай мастер класс итеп күрһәтте. Был кәсепте өйрәнергә теләүселәр, ағинәйҙәр һәм “Замандаш” ансамбле ҡыҙҙары әүҙем йыйылдылар.  Мастер класс бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы барҙы. Зилә Лира килеүселәргә бик мауыҡтырғыс итеп кейеҙ баҫыу серҙәрен өйрәтте, рәхмәт уға ошондай изге,  килемле кәсепте өйрәтеп йөрөгәне өсөн, уңыштар һиңә, ҡулыңдан һөйөн, һәм халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен өйрәнеүҙе туҡтатмай арымай талмай эшлә!