Өләсәйҙәр тәрбиәһе –һандыҡ тулы хазина
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре бай һәм күп төрлө. Байрам, йола мәлендә, көндәлек тормошта төҫ-башты биҙәү өсөн ҡулланылғандары бар. Түш, сәс, маңлай биҙәүестәре, беләҙек, ҡаптырма, һырға, сулпы, йөҙөктәр ҡупшыланыу өсөн генә түгел, ырыу билдәһе, ғаилә хәлен һәм социаль ҡатламын күрһәтеүсе булып та хеҙмәт иткән. Насар көстәрҙән, ен-зәхмәттән дә һаҡлаған улар ҡатын-ҡыҙҙы.
Башҡорт милли әйберҙәре әҙерләү оҫтаһы, “Ағинәйҙәр” етәксеһе Хәлисә Шаһыбыл ҡыҙы Багаева оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, сәс биҙәүестәре менән таныштырҙы . Күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн, бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланың кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәүҙәрен ,сәс биҙәүестәренең күп төрлө булыуы, һәр яҡта үҙенсә аталыуы тураһында һөйләне. Был юлы ҡыҙҙар сулпылар эшләп ҡараған,бик отҡорҙар икән. Өйрәткәндҽ тиҙ генә отоп алып, матур-матур сәсбиҙәүестәре яһап, тағы ла киләбеҙ тип таралышты.
Киләһе оҫталыҡ дәресен видеояҙмала күрһәтербеҙ. https://vk.com/wall-50800896_6209