Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

“Бәхетең булһын көн дә”

#ТрезвоеСело2023 #АйыҡАуыл2023 #Батырово #Батыр #Федоровскийрайон #ВсемирныйКурултайБашкир
3 февралдә Батыр ауыл мәҙәниәт йортонда “Бәхетең булһын көн дә” исемле бай йөкмәткеле концерт программаһы менән Айгөл Шаһманова үҙенең ижадташ дуҫтары менән сығыш яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Галиханов , Айгөл Шаһманова , Рәмил Хөсәйеновтың моңло йырҙары, Регинаның дәртле бейеүҙәре бөтәһенә лә яҡшы кәйеф бүләк итте . Мәҙәниәт йорто мөдире Илдус Шәүкәт улы артсистарға ижади уңыштар,тағы ла килеүҙәрен теләне, ҡунаҡтар үҙ сиратында ауылыбыҙ халҡына “Айык ауыл” конкурсында еңеп сығыуыбыҙҙы теләп,Батыр ауылында тәртипле,берҙәм халыҡ йәшәүен ишетеп кенә түгел,күреп тә киттек тигән һүҙҙәр менән тағы ла дәрт,көс өҫтәп ебәрҙе. Концерттан ауылдаштар ҙа, артистар ҙа күңел күтәренкелеге менән таралышты.