Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

Йолаларҙы һаҡлай ауылдар…

” Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә һәм йолаларҙы  тергеҙеү буйынса,

19 декабрҙә, Яңы Яуыш ауылында   Федоровка  районы башҡорттары ҡоролтайы, район ағинәйҙәре, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынн   әҙерләнгән   “Шәлдәрҙә- матур биҙәктәр” исемле сара уҙҙы. Сарала Бала Сытырман, Батыр , Оло Сытырман,  Һәйет,Юлдаш,  Яңы Яуыш  ауылдарынан шәл бәйләү оҫталары ҡатнашты, улар оҫталыҡ дәрестәре һәм шәл күргәҙмәһе ойошторҙо. Яңы Яуыш ағинәйҙәре “Шәл өмәһе” йолаһы менән башлап ебәрҙе. Сәхнә түренә шәл бәйләү оҫталары саҡырылды. Улар эш нескәлектәре менән бүлеште, кәзә мамығын тарағандан алып шәл булғансы ниндәй юл үткәнен һөйләне.Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы ,шәлгә арналған шиғырҙар,йырҙар  ҙа яңғырағны.  Фёдоровка районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әҡлимә Бүләкбай ҡыҙы Ғәйетҡолова ҡоролтай эше, башҡараһы эштәр тураһында һөйләне. “Һалдаттарға йылы ойоҡбаштар” акцияһында бөтә килгән  ҡунаҡтар ҙа әүҙем ҡатнашты. Сара ағинәйҙәр башҡарыуында “Шәл бәйләнем”йыр флешмобы менән тамамланды. Кисәне Яңы Яуыш клубы мөдире Гәүһәр Рәйес ҡыҙы бик йөкмәткеле һәм сағыу итеп алып барҙы, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Әлфиә Юлғотлина: ” Халҡыбыҙ милли асылын юғалтмаһын, киләсәккә ышаныслы баҡһын тиһәк, иң беренсе ата-бабаларыбыҙҙан,өләсәйҙәребеҙҙән  ҡалған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү фарыз. Бигерәк тә, үҫеп килгән быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә был йүнәлештең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ»,- тип, киләсәктә лә  шундай эште дауам итергә саҡырҙы һәм бөгөнгө сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.