Республика көнө ваҡиғаларға бай булды
Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитетын иғлан итеү көнө – Республика көнөн байрам итеү беҙҙең клуб өсөн ваҡиғаларға бик бай булды . Иң тәүҙә Берҙәм Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса ремонтланған ауыл клубын асыу тантанаһы үтте . Тантанала район хакимиәте башлығы Насретдинов Венер Фәрит улы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, проекттың координаторы Хисмәтуллина Рузалия Сәфиулла ҡыҙы ҡатнаштылар. Сара бөтөү менән” Ағинәйҙәр” һәм ир-егеттәребеҙҙең “Юлдаш” ансамбле байрам концертында ҡатнашыу өсөн Бала Сытырман ауылына юл тоттолар.”Ағинәйҙәр” “Ауылҡайым, Юлдашым”, егеттәр концертты асыу мәлендә “Сәләмләү” йыры, һуңынан “Тыуған яҡҡа йышыраҡ ҡайтығыҙ” йырҙары менән сығыш яһанылар Ауылдаштарыбыҙҙың бөтә сығыштарын да көслө алҡыштарға күмделәр . Клуб мөдире Юлдашбаев Ф. Н шулай уҡ Бала Сытырман урта мәктәбенең 5-се Ш класына Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен биреү сараһында сығыш яһаны .