“Айыҡлыҡ- ҙурлыҡ, эскелек- хурлыҡ”. Юлдашевский СК
#Всемирныйденьтрезвости#Юлдашауылыклубы Юлдаш ауылы клубы, китапханаһы һәм мәктәп менән берлектә Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөнә арналған “Айыҡлыҡ- ҙурлыҡ, эскелек- хурлыҡ” тип аталған осрашыу үткәрелде. Юлдаш ауылы ФАП-ы мөдире Зәйнәғәбдинова Зифа Сулпан ҡыҙы менән полицияның өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Рәхимғолов Заһир Таһир улы эскелектең эҙемтәләре, сәбәптәре, төрлө административ саралар тураһында аңлатып, һорауҙарға яуап биреп киттеләр.
Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө беренсе тапҡыр 1913 йылда үткәрелә. Был көндө шарап кибеттәре ябылған, спиртлы эсемлектәрҙе һатыу туҡтатылған. Алкоголдең организмға негатив тәьҫирен баһалап бөткөһөҙ. “Яҡшының эскәне – һыу булыр, Ямандың эскәне – ыу булыр” (“Урал батыр” эпосынан) Эпос ижад ителгән саҡта уҡ шундай хәүеф булған. Урал батыр ағаһы Шүлгәнгә бер нисә тапҡыр иҫкәртеү яһай һәм ӘСӘ һөтөн ыу итмәҫкә өндәй. Әммә Шүлгән үҙенекен ҡайыра һәм мәңге үлмәҫ Яуызлыҡ, “күленән ил мандымаҫ” ҡара көс булып ҡала. Ыу йәғни алкоголле эсемлектең ни тиклем зыян килтергәнлеген аңлайбыҙ. Башҡорт халҡының ҡанында булмаған ул алкоголле эсемлеккә тартылыу. Шуның өсөн организмда ҡаршы тороу көсө лә юҡ кимәлендә. Башҡортто мылтыҡ ала алмаған, уҡлау алыр, һаҡ булығыҙ, тигәндәр. Йәғни Урал батыр васыятындағыса, тышҡы көс түгел, эске көс еңер. Был нимәне аңлата: эскелекте әрләп, хөкөм итеп кенә еңеп булмай, уны еңер өсөн эске, рухи көс тә ныҡ кәрәк, йәғни үҙеңдең теләгең көслө булырға тейеш.