“Трезвое село” Кирюшкинский смфк
Бөгөн, 22 апрелдә Федоровка районы Кирюшкино ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә “Уйна, гармун” байрамы үтте.
Ҡунаҡтарҙы ауыл осонда ҡаршы алғандан һуң урындағы фермерҙарҙың хужалыҡтары менән таныштыҡ. Оҫтаханаларҙа булдыҡ. Клуб эсендә ҡул оҫталарының күргәҙмәһен ҡараныҡ.
“Ҡунаҡ әҙ ултырыр – күп күрер” – тигәндәй , ауылдың төҙөк, таҙа булыуы, ә унда йәшәгән халыҡтың эшсән, берҙәм булы һоҡландырҙы. Сыуаш ауылының икенсе йыл рәттән финалға үтеп Республика кимәлендә бәйгелә ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ! Ул сағыу костюмдарҙа йырлап – бейеүҙәре! Сәхнәне дер һелкеттеләр! 70 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге бар ауыл халҡы сәхнәлә булды.