Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

#ГодкультурногонаследиянародовРоссии#Мәҙәнимираҫйылы#Юлдашауылыклубы

2022 йыл башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип билдәләнде.Шул айҡанлы 17 мартта район кимәлендә беҙгә “күлдәк ҡотлау ” байрамына йыйылғайнык .18 апрелдә район башҡорт ауылдары ҡатнашлығында Оло- Сытырманда “Алтын мираҫ” фольклор байрамы үтте.Күргәҙмәләрҙән күҙ сағыла ине, һәр береһе күҙ нурҙарын һалғандар ҡул эштәренә,һәр ауылдың әүҙем ағинәйҙәре һоҡланмаҫлыҡ түгел ине.Оло-сытырмандар шәл бәйләү йолаһын күрһәттеләр.Ә Юлдаш ағинәйҙәре таҡмаҡтар йырлап”Ҡышҡы кистәрза йөн иләйбеҙ,йыл буйына кейенәбеҙ” тигән онотолоп барған йоланы тергеҙҙе. Башҡа ауылдар – Яуыш, Батыр,Бала-сытырман ағинәйҙәре концерт номерҙары менән сығыш яһанылар .Оло-Сытырман ауылы ағинәйе Роза апай тирә-яҡҡа балаҫ һуғыу менән дан алған,өйөнә барып кергәс ,балаҫтарҙан ,ҡул эштәренән торған музейга барып кергән һымаҡ булдыҡ ,ундағы матурлыҡҡа иҫтәребеҙ китте.Әйтеп бөтмәҫлек матур байрам булды. Башҡорт күстәнәсһеҙ йөрөмәй бит ,сәй эсеп ,араларҙы өҙмәй ,осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрергә килешеп ,рәхмәттәр әйтеп,көс, рух алып таралыштыҡ .
КИНЙӘБАЕВА ГӨЛИМӘ.