Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

Науруз байрамы

Бөгөн яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡыт, йәғни Науруз!Уны һәр халыҡ үҙенсә атап йөрөтә. Науруз байрамы көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21-25 мартта) башлана ла ай аҙағына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр.Нимәһе ҡыҙыҡ, СССР-ҙа был байрам оҙаҡ ваҡыт тыйыу аҫтында булған. 1926 йылдан алып Советтар Союзында йәшәүселәргә Пасха менән Наурузды үткәрергә ҡушылмаған. 40 йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә, 1967 йылда, Мәскәү был тыйыуҙарҙы юҡҡа сығарған. Тарихсылар быны Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәт, атап әйткәндә, Иран менән мәҙәни мөнәсәбәттәрҙең нығыныуы менән бәйләй. 2009 йылда Науруз ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелде, 2010 йылда БМО-ның Генассамблеяһы уны Халыҡ-ара көн тип белдерҙе.
22 мартта клубта Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары һәм мәктәп уҡыусылары менән Науруз байрамы үткәрелде. Ҡунаҡтар  Наурузбикә менән Ҡыш Бабайҙың командаларына бүленеп ярыштылар. Көсөргәнешле алышта Наурузбикә Ҡыш Бабайҙы еңеп ҡыуып ебәрҙе, һәм ергә яғымлы яҙ килде. Байрам сәй табыны менән тамамланды.