Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

Изге Бәраәт кисе

Әссәләмү ғәләйкүм мосолман ҡәрҙәштәрем ! Ҡояш байыу менән Шәғбан айының уртаһы Бәраәт кисена индек.Был төндө Рамаҙан айындағы Ҡәҙер төнө менән сағыштырып булмай.Әммә Аллаһы Тәғәлә беҙҙең өсөн ошондай бәрәкәтле, иманлы көндәре менән әллә күпме рәхмәтен бирә,әллхәмдүллиләх.Бәраәт кисе гөнаһтарҙан арыныу кисе булараҡ ҡабул ителә .Юлдаш ауылы ағинәйҙәре лә бөгөн йыйлышып бәраәт кисен үткәрҙек, теләктәр теләнек.Яуыш ауылынан килгән ҡунағыбыҙ Ғүмәров Илшат ҡөрьән уҡыны .Ағинәйебеҙ Яналина Ғәлимә апай ясин сүрәләре уҡып мәрхүм- мәрхүмәләргә доға ҡылдыҡ .Йә раббыбыҙ,донъялар имен торһон! Теләктәребеҙ ҡабул булып, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ярҙамынан ташламаһын! Рәхимле бәрәкәтле, иманлы ғүмер кисерергә яҙһын! Аллаһы тәғәлә һәр кемгә йән, тән сәләмәтлеген бирһен! Иманлы тәүфиҡлы йәшәргә насип итһен! Ил көндәребеҙ имен булһын! Беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, бөгөнгө донъя именлеге өсөн ҡылған доғалар ҙа ҡабул булһын! Илдәребеҙ тыныс булһын, күктәребеҙ аяҙ булһын! Әмин! Әмин! Әмин!