Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

Яҙ һулышы гүзәл заттан башлана

7 март көнө Юлдаш ауылы клубында 8 март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Яҙ һулышы гүзәл заттан башлана ” тип исемләнгән байрам концерты үтте. Гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлауҙы тик ир-егеттәрҙән генә торған төркөм үҙ өҫтөнә алды. Концерт мәктәп уҡыусыларының “Әсәйем, ҡәҙерлем” йыры менән башланып китте. Уҡытыусы Ирғәлина Гөлсимә һәм Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Кинйәбаева Гөлимәнең ҡотлау теләктәренән һуң Ағинәйҙәр төркөмөнә һәм Алибаева Менәүәрә инәйгә “Мин яратам һине, тормош” республика конкурсында ҡатнашып яҡшы сығыш яһағандары өсөн дипломдар тапшырылды. Һуңынан концерт яңы ғына барлыҡҡа килгән Юлдаш йыр ансамбленең дәртле, моңло сығыштары менән дауам итте.Яңы Яуыш ауылынан килгән Илшат Ғүмәров үҙенең баяны менән концертты тағы ла сағыуыраҡ биҙәп ебәрҙе . Ауылдаштарыбыҙға байрам кәйефе бүләк иткән бөтә ир-егеттәребеҙгә лә ҙур рәхмәт! Һеҙгә ижади уңыштар теләйбеҙ! Киләсәктә һеҙҙән тағы ла матур сығыштар көтөп ҡалабыҙ.