Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

“Йәгеҙ әле, егеттәр!”

23 февраль көнө клубта Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ир-егеттәр араһында “Йәгеҙ әле, егеттәр! ” тип аталған конкурс үтте. Байрамда ҡатнашыусы ир-егеттәр 2 командаға бүленеп ярыштылар. Олораҡ ағайҙар үҙҙәренең командаһын “Бабайҙар “, йәштәр “Ҡара береттар” тип атанылар. Командалар уйын -көлкөгә ҡоролған 11 конкурста тапҡырлыҡтарын, мәргәнлектәрен, етеҙлектәрен һынанылар, үҙҙәренең юморға бай икәнлектәрен тамашасыға иҫбат иттеләр. Тиң булмаған алышта 0,5 балл өҫтөнлөк менән “Ҡара береттар” командаһы еңеп сыҡты. Конкурстар мәктәп уҡыусылары, “Ағинәйҙәр “, “Гөлнәзирә ” ансамбльдәренең йыр-моңдары менән үрелеп барҙы. Ҡатнашыусыларға бүләктәр һәм татлы приздар тапшырылды.