Муниципальное бюджетное учреждение
Федоровский районный дом культуры
logo
Федоровка Район мәҙәниәт
Йорто

муниципаль бюджет учрежденияһы
453280, Республика Башкортостан, Федоровский район, с. Федоровка, ул. Ленина, д.43
тел. +7 (347-46) 2-73-72; e-mail: metod.kabinetrdk@mail.ru

“Беҙ иң көслөләр һәм ҡыйыуҙар”

8 ғинуар ауыл библиотекаһы менән берлектә “Беҙ иң көслөләр һәм ҡыйыуҙар” тип аталған спорт ярыштары үткәрелде. Уҡыусылар иң тәүҙә библиотекала Яңы йыл тураһындағы әкиәттәр буйлап сәйәхәт иттеләр, төрлө һорауҙарға, йомаҡтарға яуап бирҙеләр. Һуңынан көслө буран булыуға ҡарамаҫтан тышҡа сығып,командаларға бүленеп, төрлө конкурстарҙа ярыштылар. Уйындарҙың ҡалған өлөшөн балалар клуб эсендә ярышып тамамлап ҡуйҙылар.